09:12 "Ҡарға бутҡаһы" |
Башҡорттарҙың яҙҙы ҡаршылауға арналған, борондан килгән күркәм байрамы бар. Борон заманда беҙҙең ата-бабалар, оҙон һәм һалҡын ҡыштан һуң көтөлөп алынған яҙҙы ҡоштар ҡанаттарында килтерәләр, тип ышанғандар. Шуға улар ҡара ҡарғалар килгәс, "Ҡарға бутҡаһы" ("Ҡарға туйы") байрамы үткәргәндәр. 14 май көнө үҙәк ҡала китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, "Изгелек бүләк ит" йәмғиәте, һаулығы буйынса мөмкинселектәре сикләнгән шәхестәрҙең йәмғиәте, ҡала музейы менән берлектә саф һауала матур сара уҙғарҙылар. Борондан килгән йола буйынса яҙғы байрамды бешерем-төшөрөм, күңелле бәйгеләр, ағас биҙәү, әйлән-бәйлән уйындары, йыр-таҡмаҡтар биҙәне. |
|
Всего комментариев: 0 | |