Главная » 2018 » Март » 28 » Л.Яҡшыбаеваның "Зәйнулла ишан" китабының исем туйы
08:00
Л.Яҡшыбаеваның "Зәйнулла ишан" китабының исем туйы

     20 март көнө Зәйнулла ишан Рәсүлиҙең тыуыуына185 йыл тулды. Шул юбилей айҡанлы 26 март көнө Учалы ҡасабаһында Балалар ижады йортонда Лира-Әхмәт Яҡшыбаеваның "Зәйнулла ишан" китабының исем туйы үтте. Милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхесенең тормошо "Хаҡиҡәт юлына үрләгәндә" , "Хаҡиҡәт юлынан - мәңгелеккә" тигән ике томлыҡ китаптарҙа ентекле яҙыла. Лира Яҡшыбаеваның китаптары ҡала һәм район китапханаларында һирәк булыуға ҡарамаҫтан, иң үтемле даналарҙан һанала. Уҡыусылар әҙибәнең әҫәрҙәрен ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар. Сарала ҡатнашыусылар -  яҙыусының китаптарын яратып, "һыуһап" көтөп алыусы уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп, автор менән фекер алышып, рухи яҡынлыҡ кисерҙеләр.

Просмотров: 801 | Добавил: bibliotekauhcaly-2 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar